Хеҙмәт кешеһенә - хөрмәт

Рәсәй көнө алдынан Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградалары тапшырҙы. Биш тиҫтәнән ашыу кешенең фиҙаҡәр хеҙмәте ордендар, почет грамоталары һәм маҡтаулы исемдәр менән баһаланды.

Фото №1 - Хеҙмәт кешеһенә - хөрмәт

"Ашҡаҙар" радиоһы алып барыусыһы Зөмәйрә Сафинаның яғымлы тауышы республикала йәшәүселәргә яҡшы таныш. Ул рухи ҡиммәттәрҙе, халыҡ ижады ынйыларын һаҡлап ҡалыуға баһалап бөткөһөҙ ҙур өлөш индерә. Был йәһәттән эфир тулҡындарында яңғыраған "Ижади портрет" һәм "Халыҡ гәүһәрҙәре" тапшырыуҙарын атап үтеү ҙә етә. Улар геройҙарҙың шәхесен төрлө яҡлап асыуы һәм һәүәҫкәр ижадсылар менән таныштырыуы менән әһәмиәтле. Оҙаҡ йылдар радиола фиҙаҡәр хеҙмәт иткәне өсөн Зөмәйрә Сафина Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре исеме менән бүләкләнде. Юғары награданы бөгөн коллегабыҙға Рөстәм Хәмитов тапшырҙы.

Хоҙай тәғәлә беҙҙе был донъяға ниндәйҙер һәләт менән яралта һәм үҙ ваҡытында ошо һәләтеңде аңлап, үҙеңде дөрөҫ юлға йүнәлтһәң, әлбиттә, эште яратып башҡараһың. Был һөнәр популяр, шуның өсөн уны һайлайым тигәнерәк фекерҙәр ишетергә тура килә йәштәрҙән. Ә беҙҙең быуын һөнәрҙе яратып һайланыҡ. Беҙҙең эргәлә ата-әсәйҙәр ҙә булманы, беҙҙе ҡайҙалыр йүнәлтеп тороу өсөн, үҙебеҙ унынсы класты тамамланыҡ һәм үҙебеҙҙе тормошта таптыҡ.

Зөмәйрә Сафина, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре

Республика башлығы билдәләүенсә, юғары дәүләт наградалары тырышлыҡтары менән хөрмәт ҡаҙанған, үҙ эшмәкәрлегендә уңышҡа өлгәшкән хеҙмәт алдынғыларына бирелә. Бер үк ваҡытта ул башҡаларға ниндәйҙер кимәлдә ынтылыу өсөн стимул да булып тора.

Наша республика сильный, крепкий субъект Российской Федерации. Мы в основном по многим показателям выглядим лучше среднероссийских статистических данных. Это объем промышленного производства, то поступление налогов в бюджет и это вопросы связанные с инвестиционной деятельности. Но конечно у нас много не решенных вопросов и много тем, которые нужно обсуждать и продвигать вперед. Вчера об этом говорил и президент России Владимир Путин во время прямой линии. Нужно много вкладывать в части образования, здравохранения, решения социальных вопросов, развития культуры, науки.

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов

Юғары исемдәр менән бүләкләнеүселәр араһында төрлө һөнәр эйәләре - ябай эшселәр ҙә, уҡытыусылар ҙа, спортсылар ҙа, сәнғәт вәкилдәре лә бар. Республиканың иң юғары наградаһы Салауат Юлаев ордены бөгөн Фәрзәнә Сәғитоваға тапшырылды. Вокал буйынса педагог сәнғәт институтында эшләү дәүерендә бик күп йырсыларҙы оло сәхнәгә сығарған.

Бөгөн шул хәтлем ҡаушап, уҡытыусы түгел, ә ниндәйҙер уҡыусы кеүек кенә ултырып, башымдан бөтә булған хеҙмәтемде үткәреп ултырҙым. Беҙҙең Рөстәм Зәкиевичҡа бик ҙур рәхмәт белдерәм, беҙҙең бәләкәй генә эште шундай ҙур ордендар менән ҡотлағаны өсөн.

Фәрзәнә Сәғитова, Салауат Юлаев ордены кавалеры
Башбат

Шулай уҡ бөгөн Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы исеменә "Бөйрәкәй" романы авторы Таңсулпан Ғарипова лайыҡ булды. Ул Зәйнәб Биишеванан һуң бындай юғары исемгә лайыҡ булған икенсе башҡорт ҡатын-ҡыҙы.

Зәйнәб апайҙың вариҫы булыу, уның эшен дауам итеү еңел түгел, бик яуаплы. Зәйнәб апай ул яуаплылыҡты тойғандыр үҙе лә. Һәҙиә Дәүләтшинаның алдында ул үҙе лә яуаплылыҡ тотҡандыр. Мин дә һәр ваҡыт Һәҙиә апайҙың, Зәйнәб апайҙың рухтары алдында һынау тотоп йәшәгән кеүекмен.

Таңсулпан Ғарипова, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы

Октябрьскийҙан икмәк бешереүсе булып эшләүсе Мария Лихачева Башҡортостандың атҡаҙанған аҙыҡ-түлек индустрияһы хеҙмәткәре, Дыуан районынан агроном Нуриәхмәт Ҡотошев республиканың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре тигән исемдәргә лайыҡ булды. Бүләкләнеүселәргә уңыш өсөн төрлө кәртәләр аша үтергә лә тура килгән. Әммә көндәлек фиҙаҡәр хеҙмәт менән улар бар ауырлыҡтарҙы еңеп сығыуға өлгәшкән.

Әле ниндәйҙер эйфорияламын, шуға күрә айыҡ баш менән һүҙ йөрөтә алмайым да, хатта. Шуға күрә ҙур яуаплылыҡ тоям. Киләсәктә үҙебеҙҙең гүзәл Башҡортостан өсөн бөтә көсөмдө һалып, тырышып, уны матур бер төбәк итеп күрһәтергә тырышырмын.

Гөлназ Ғәлина, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре

Был тормошта һәр кемдең үҙенең девизы бар. Минең девизым – иртән йоҡомдан торам да ҡыуанам. Бара торған урыным бар, ҡайта торған ерем бар. Әгәр ҙә ғаиләлә, илебеҙҙә тыныслыҡ була икән, беҙ йүгереп эшләп йөрөргә шатбыҙ.

Сажиҙә Ғәниева, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре

Шулай уҡ бер төркөм хеҙмәт алдынғылары Республиканың Почет грамотаһы, маҡтаулы исемдәр менән бүләкләнде.Тырыш кешеләрҙең фиҙаҡәр хеҙмәте һәр ваҡыт иғтибар үҙәгендә. Әлбиттә, күркәм сараның Рәсәйҙең төп дәүләт байрамы алдынан үтеүе айырыуса әһәмиәтле, ти бүләкләнеүселәр. Сөнки уларҙың барыһы ла ил үҫешенә, уның имен киләсәгенә тос өлөш индерә.

Автор: Илдар Байбулатов.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ