Иң шәп трактор кемдеке?

Баймаҡ районында Дәүләт техник күҙәтеү инспекцияһы традицион рәүештә шәхси тракторҙарҙың торошон тикшерҙе. Районда бөтәһе 2 мең 400 трактор теркәлгән, шуларҙың 1700-е шәхси ҡарамаҡта. Быйылғы тикшереү операцияһы Түбә биләмәһендә ярыш форматында үтте.

Фото №1 - Иң шәп трактор кемдеке?

Ауыл хужалығында ла, шәхси ихатала ла тарктор иң кәрәкле транспорт төрө. Бесән эшләгәндә лә, ер һөргәндә лә, ҡышҡыһын юлдарҙы таҙартҡанда ла тракторһыҙ булмай. Түбә ауылы биләмәһендә бөтәһе 20 яҡын тракторлы ихата бар.

Конкурсҡа ауыл халҡы ентекле әҙерләнгән, ҡатнашыусылар үҙҙәренең тимер атын тәртипкә килтереп, буяу һәм техник яҡтан төҙөкләндерһә, башҡалар йыр-моң менән уларҙы дәртләндереп тора. Инспекторҙар менән аралашыу тракторсылар өсөн дә файҙалы булды: тикшереү барышында техник етешһеҙлектәр асыҡлана, трактор менән файҙаланыуҙа төрлө иҫкәрмәләр бирелә.

Бындай конкурстар быйыл икенсегә үткәрелә,беренсе тапҡыр ул Бикеш ауыл биләмәһендә үткән. Операция барышында тракторҙарҙы теркәү ҡәғиҙәләренең үтәлеше,дәүләт техник күҙәтеүен үтәү-үтәмәү осраҡтарына ,тракторсы таныҡлығына иғтибар бүленде. Ауыл халҡы бесәнгә әҙерләнгән ваҡытта хәүефле хәлдәрҙе кисектереү маҡсатында был тикшереүҙен әһәмиәте бик ҙур .

Конкурс, кешеләрҙә тракторҙарға иғтибар күбәйтер өсөн үткәрелә. Трактор менән файҙаланғанда уның техник торошо яҡшы булыуы, бәхетһеҙ осраҡтар кәмеүе – төп маҡсаттарыбыҙҙың береһе. Беҙҙең районда йылдан-йыл тракторҙар иҫәбе арта. Ғөмүмән алғанда, барыһы ла яҡшы. Барлыҡ документтар теүәл, техник торош яҡшы.

Булат Байрамғолов, Баймаҡ районы буйынса дәүләт техник күҙәтеү инспекцияһы етәксеһе

Ярыш булғас еңеүселәре лә була. Бар талаптарға яуап биргән тракторҙарҙың хужаларын тәбрикләнеләр. Иң яҡшыларҙан булып Айҙар Йосопов, Рәиль Фәтхуллин, Иван Марковтың трактоҙары билдәләнде. Уларға иҫтәлекле бүләктәр һәм рәхмәт хаттары тапшырылды.

Автор: Айгөл Иҙелбаева.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ