Ошо көндәрҙә башҡалала торлаҡ-коммуналь хеҙмәт өсөн бурыстары булғандарға рейдтар башланды. Бурыслылар транспорт сараһыҙ, техника һәм электорникаһыҙ ҡалыуы мөмкин.Рейдтар идара итеү компанияһы менән берлектә ойошторола.
Приставтар бурыслыларҙың мөлкәтенә бик һала. Бынан тыш, фатирҙа йәшәүселәргә коммуналь хеҙмәттәр сикләнә. Идара итеү компанияһына ун мең һумдан ашыу бурысы булғандар сит илгә сыға алмаясаҡ.
Идара итеү компанияһы менән бурысты бүлеп түләү буйынса килешеү төҙөргә мөмкин. Бындай бурыслыларға компания ҡаршы бара.
Фото: Интернет.




