Дәүләт бюджеты ҡайҙа китә?

Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтайҙа "2017 йыл өсөн Башҡортостан бюджетын үтәү тураһында"ғы закон проекты буйынса йәмәғәт тыңлауҙары үтте. Осрашыуҙа депутаттар, министрлыҡ һәм ведомство вәкилдәре, ҡаҙна сығымдарын сарыф үтеүгә битараф булмаған йәмәғәт ағзалары ҡатнашты.

Фото №1 - Дәүләт бюджеты ҡайҙа китә?

Былтыр республикала тәүге тапҡыр быйылғы бюджет проекты буйынса беренсе тапҡыр йәмәғәт тыңлауҙары ойошторолғайны. Был башланғыс парламенттың һәм дәүләт власы органдарының асыҡтан-асыҡ эш итеүенә йүнәлтелгән сираттағы аҙымдарҙың береһе булды. Ул ваҡытта Башҡортостанда йәшәүселәр бюджетты формалаштырыуҙа бик күп тәҡдимдәрен еткерҙе. Һуңынан депутаттар барлыҡ фекерҙәрҙәрҙе лә иҫәпкә алып төбәк бюджетын ҡабул итте. Тыңлауҙарҙы ойоштороусылар әлеге тәжрибә киләсәктә лә дауам итәсәк, тип белдерҙе.

Бюджеттың ҡайҙа киткәнен халыҡ белергә тейеш. Ошо маҡсатта бындай осрашыуҙар үткәрелә. Тәүге тапҡыр бындай форматты үткән йылда ойошторҙоҡ.

Румил Аҙнабаев, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай комитеты рәйесе

Автор: Илдар Байбулатов.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ