Башҡортостан менән "ЮТЭЙР" авиакомпанияһы араһында хеҙмәттәшлек нығый

Ике яҡ араһында 2019 йылдағы 53-сө Халыҡ-ара балалар уйындарын ойоштороу һәм үткәреү буйынса килешеүгә ҡул ҡуйылды. Авиакомпания етәкселеге менән осрашыуҙа Республика башлығы белдереүенсә, "Өфө" аэропортынан халыҡ-ара, рәсәй, төбәк маршруттарының иҫәбен арттырыу ике яҡ өсөн дә мөһим.

Фото №1 - Башҡортостан менән "ЮТЭЙР" авиакомпанияһы араһында хеҙмәттәшлек нығый

Башҡортостан алыднда һауа линиялары менән ҡулланған пассажирҙар иҫәбен йылына 3 миллионға еткереү бурысы тора. Беҙ сығымдарҙың бер өлөшөн үҙ өҫтөбөҙгә алырға, субсидия бүлергә риза,тине Рөстәм Хәмитов. Быйыл эске линиялар терминалын төҙөү башлана, ошо маҡсатта 2 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтеү ҡаралған. Республика Башлығы Европаға һәм Көнсығышҡа рейстар асырға тәҡдим итте, әле беҙҙең эшҡыуарҙар самолеттан-самолетҡа күсеп йөрөргә мәжбүр, ә был бизнесты тотҡарлай. Алда тағы бер мөһим сара, халыҡ-ара балалар уйындары тора.

В 2019 году у нас состоятся международные детские игры. Количество учатников около двух тысяч. Мы предлагаем такое взаимовыгодное сотрудничество, оно собственно говоря , материальных затрат не несет. И мы, и ваша компания в этом плане хотели бы вместе поработать.

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов

"Ютэйр" компанияһы Рәсәйҙәге ҙур һәм билдәле авиакомпанияларҙың береһе, ул Башҡортостанда үҙ эшмәкәрлеген күптән алып бара. Өфөлә компанияның иң ҙур ремонт базаһы урынлашҡан. Халыҡ-ара балалар уйындарына 35 сит илдән һәм Рәсәй төбәктәренән ҡунаҡтар килеүе көтөлә. Абруйлы сарала пассажирҙар ташыуҙы юғары кимәлдә ойоштороу бурысы тора. Сөнки һауа ҡапҡаһы буйынса тотош республика хаҡында фекер формалаша.

Автор: Рәмзиә Кәримова.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ