Ауыл хужалығын күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт идаралығының ер контроле бүлеге Кушнаренко районына рейдҡа сыҡты. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы белгестәре менән берлектә үткәрелгән профилактик сара барышында һөрөнтө ерҙәрҙең маҡсатҡа ярашлы файҙаланылыуы тикшерелде.
Шәрип ауылы эргәһендә уларҙың иғтибарын ташландыҡ хәлгә килгән теплицалар йәлеп итте. Йәшелсә үҫтереүгә махсуслашҡан крәҫтиән-фермер хужалығы ауыр финанс хәлдә ҡалған. 16 гектар майҙанда әле сүп-сар үләндәре үҫә. Теплицалар күптән инде харабаға әйләнгән. Ҡаулан һәм сүп-сар Шәрип ауылы халҡына янғын ҡурҡынысы менән дә янай. Ер участкаһы иһә шәхси милектә. Рейдта ҡатнашыусылар крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһенә ҡарата административ йоғонто яһау сараларын ҡулланыу яҡлы.
Иҫке Туҡмаҡлы ауылы эргәһендәге баҫыуҙа ла ҡаулан баҫҡан. Былтыр был тупраҡтарҙа иген урынына аҡ сәскә үҫкән. Дөрөҫ ул дарыу үләне тип иҫпәпләнә, әммә урындағы халыҡ билдәләүенсә, баҫыуҙа уны үҫтереүҙән файҙа юҡ. Был майҙан пай ерҙәре тип иҫәпләнә. Баҫыуҙы Өфөлә йәшәүсе эшҡыуарҙарҙың береһе арендаға алған. Әммә ерҙәр эшкәртелмәй, хужаларҙың был тирәгә килеп әйләнгәне лә юҡ, ти Иҫке Туҡмаҡлы ауыл биләмәһенең ер ҡоролошо белгесе Альбина Вәлиева
(в2)




