"Шоңҡар" әҙәби-нәфис республика йәштәр журналы мөхәрририәте һәм билдәле яҙыусы-шағирҙарҙан торған абруйлы жюри ағзалары Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Булат Рафиҡов исемендәге фантастик әҫәрҙәр конкурсына йомғаҡ яһаны.
Конкурстың шарттары: йәштәр араһында фантастика жанрында эшләүселәрҙе дәртләндереү һәм башҡорт теленең байлығын күрһәтеү. Әҙәби конкурста Башҡортостан йәштәре менән бергә, Силәбе, Мәскәү ҡалаларында йәшәгән авторҙар ҙа ҡатнашҡан. Дәртләндереү дипломына Алһыу Ишемғолова менән Рәзилә Урманшиналар лайыҡ булды. Миләүшә Ҡаһарманова "Шүлгән" фантастик әҫәре мәнән беренсе урын яуланы.




