Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһында "Ете ырыу", Интерколледж һәм "Ҡурай" исемле балаларҙың йәйге ялын ойоштороу буйынса үҙәк, хеҙмәт лагерҙарыы эшләп килә. Ике аҙналыҡ йәй лагерына 1-7 синыфҡаса ике йөҙгә яҡын уҡыусы йөрөй.
"Ете ырыу" төркөмөндә милли йолаларҙы өйрәнеүгә ҙур урын бирелә. Әйҙәүселәр булып Совет районы мәктәптәренең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары эшләй. "Тормош һабаҡтары" программаһы буйынса уҡыу, ҡул эштәренә өйрәтеү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрелә. Ҡаланың иҫтәлекле урындарына экскурсиялар ойошторола, шулай уҡ төркөмдәр театрҙарға, концерттарға йөрөй.
Бөгөн гимназияның тамаша залында уҡыусылар лагерҙың исем туйын үткәрҙе. Байрам интерколледж лагеры ойошторолоуға 15 һәм Совет районының 80 йыллығына арналды. Ике меңенсе йылдар башында сит телде өйрәнеүгә йүнәлтелгән лагерь гимназияла Америка-башҡорт интерколледжы менән берлектә ойошторолған. Уҡыусыларға инглиз теле йыр-бейеүҙәр, тормошта килеп тыуа торған хәлдәр аша өйрәтелә. Балалар өс телдә – башҡорт, рус һәм инглиз телендә иркен аралаша. Концертта өс телдә лә йыр-бейеүҙәр башҡарылды, уҡыусылар шиғырҙар һөйләне.




