Башҡортостанда эшселәрҙең крандан ҡолап төшөү осрағы тикшерелә

Стәрлетамаҡта эсендә эшселәр булған автокран ҡолай. Ике ир төрлө йәрәхәттәр ала.

Фото №1 - Башҡортостанда эшселәрҙең крандан ҡолап төшөү осрағы тикшерелә

Билдәле булыуынса, төҙөлөш бригадаһы Шайморатов урамына ағастарҙың башын ҡырҡыу маҡсаты менән килә. Бер аҙҙан, кран ситкә тайпыла, йөк машинаһы быны күтәрә алмай,автокран эшселәр менән бергә ҡолай.

Эшселәр ҡолап төшкән бейеклек, яҡынса, 15 метр самаһы. Тәфтишселәр осраҡ буйынса тикшереү эше алып бара. Суд-медицина экспертизаһы билдәләнгән, уның һөҙөмтәһе буйынса тейешле ҡарар сығарыласаҡ.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ