Өфөлә "Включайся" балалар телевидениеһы фестивале тамамланды

"Тамыр" балалар телеканалы, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары Федераль агентлығы менән Башҡортостан Хөкүмәте ярҙамында үткән ижади форумда 27 ҡаланан, 200-ләп кеше ҡатнашты.

Илебеҙҙең төрлө төбәктәренән килгән балалар үҙҙәрен оҫталыҡ дәрестәрендә һынаны, төрлө ижади конкурстарҙа ҡатнашты. Милли телевидение һәм радиотапшырыуҙар ассоциацияһына конкурста ҡатнашыу өсөн 296 ғариза ебәрелгән. Иң яҡшы телекомпания һәм студия исемен яуларға 120 төбәк вәкилдәре дәғүә итте.

Башҡортостан юлдаш телевидениеһының "Тамыр" балалар студияһы өс наградаға лайыҡ булды. "Бирешмә" сериалы "Кинолюб", "Төньяҡ Амурҙары" "Минең илем геройҙары" номинацияларында еңеүсе тип табылһа, Ләйсән Мәзитованың "Герой-балалар" проекты махсус приз менән баһаланды. "Телешко" студияһының "Советтар иле" программаһы "Бөтәһен дә белгем килә" номинацияһында еңеп сыҡты.

То, что происходит на детском телеканале “Тамыр”, достойно не только похвал, уважения и аплодисментов. Это уникальная история – свой 24 часовой детский канал. Пожалуй кроме Башкортостана этим никто похвастаться не может.

Сергей Майоров, Рәсәй телевидение академияһы ағзаһы

Автор: Гүзәл Борханова.