Башҡортостанда 197 гектар майҙанда ужым культураларын химик утау эше башҡарылды

Республика баҫыуҙарында химик утау эше дауам итә. Әле 197 мең гектар майҙанда был эш башҡарылған да инде.

Хужалыҡтарҙа шәкәр сөгөлдөрө үҫентеләрен эшкәртәләр. Әлшәй һәм Дәүләкән райондары аграрийҙары химик утауҙың беренсе һәм икенсе этабын тамамлаған.

Дәүләкән районында шәкәр сөгөлдөрөн өсөнсө тапҡыр эшкәртеү башланған. Эшкәртеү 21% майҙанда башҡарылған. Билдәләп үтергә кәрәк, үҫентеләрҙе эшкәртеү мул уңыш алырға мөмкинлек бирә.