Өфөлә Рәсүлев урамында ремонт эштәре башҡарылды

Юлдарҙы капиталь ремонтлау эше тамамланды. Белгестәр заманса асфальт ҡатламын һалды. Эшселәргә йәйәүлеләр өсөн юлға билдә һалырға ғына ҡалды.

Хәбәр итеүҙәренсә, ремонт эштәре «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» проекты сиктәрендә башҡарыла. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Салауат урамынан алып Туҡай урамына тиклем юлдар төҙөкләндерелде. Юл тамғаларын билдәләү эше ҡалған.

Ҡаланың тышҡы йөҙө күҙгә күренеп үҙгәрә. Төҙөкләндереү эштәре дауам итәсәк.