Бөгөн Сибайҙа «Урал аръяғы - 2018» иҡтисади форумы асылды

Сараның төп бурысы - потенциаль инвесторҙарҙы төбәктәге файҙалы ҡаҙылмалар картаһы менән ентекләберәк таныштырыу, уларға дәүләт ярҙамы механизмдары хаҡында һөйләү, ятҡылыҡтарҙы эшкәртеүгә аукциондар уҙғарыу графигын күрһәтеү. Быйылғы форумда Рәсәй төбәктәренән 500 ашыу делегат ҡатнаша.

Иҡтисади форумдар күп, улар доньяуи кимәлдә лә, Рәсәйҙә йыш үтә. Әммә беҙҙең республика иҡтисады өсөн Сибайҙа ойошторолғаны айырым әһәмиәткә эйә. Сөнки тап ошо форумда Башҡортостанға ғына хас проблемалар, үҫеш йүнәлештәре ҡарала, хеҙмәттәшлек мөмкинлектәре барлана.

Пленар ултырышта Республика башлығы белдереүенсә, форум төбәктәрҙе берләштереү майҙансығы. Заман бизнестан конкурентҡа һәләтле продукция, баҙар шарттарын тойоп эшләүҙе талап итә. Рөстәм Хәмитов, көньяҡ зона өсөн төп үҫеш йүнәлештәрен дә билдәләне: ауыл, урман хужалығы, туризм, умартасылыҡ. Төбәк тулайым продуктының өлөшөн 36 процентҡа еткереү мотлаҡ, әле күрһәткес 30 тирәһе тине Рөстәм Хәмитов.Эшҡыуарлыҡҡа килгәндә, Башҡортостанда уңайлы шарттар тыуҙырылған.

В Башкортостане созданы хорошие условия для создания бизнеса. Понятно, что картинка поока не идеальна. Но и система большая, чтобы придать ей импульс нужно время. Мы время зря не теряем. У нас сформировано современное законодательство, работают институты. Таким образом, мы сегодня создали прочную основу.

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов

Көньяҡ райондарҙы үҫтереү программаһы 8 йыл ғәмәлгә ашырыла. Ошо йылдарҙа төбәк капиталына бөтә төр сығанаҡтарҙан 90 миллиард һумдан ашыу инвестиция һалынған. Йәғни йән башына тура килгән инвестиция күләме бер ярым тапҡырға артып 54 мең һумға еткән. Форум килешеүҙәр майҙаны ла, тәүге йылдарҙа уҡ башланған ике проект тамамланған, улар Баймаҡ механика заводы һәм Әбйәлилдең “Красная Башкирия” совхозы буйынса, был предприятиеларҙа өҫтәмә 210 эш урыны асылған. Тағы ике проект тамамланыу алдында. Бөгөнгө форумда йәнә өс килешеүгә ҡул ҡуйылды.

Форумдың төп маҡсаты эшҡыуарлыҡты үҫтереү, эшмәкәрлек һөҙөмтәһен бирә. Бөгөнгө күргәҙмә шуға асыҡ миҫал. Мәҫәлән, Бөрйәндән Зәбир Ғарифуллин быйыл француз технологияһы буйынса төҙөлөш материалы етештерә башлаған. Пилорамдан туҙып ятҡан онтаҡтан ҡотола, ә эшҡыуар унан экологик яҡтан таҙа, йылыны яҡшы тотҡан арболит эшләй, цемент ҡушып. 80 квадрат метрлыҡ йортҡа 140 мең һумлыҡ арболит китә.

Форумда Ырымбур губернаторы Юрий Берг билдәләүенсә,эшҡыуарлыҡ өсөн төбәк-ара бәйләнештәр бик мөһим. Бер яҡтан тәжрибә уртаҡлашыу , икенсенән үҫеш өсөн берҙәмлек кәрәк. Дуҫтарса мөнәсәбәттәр ҙә нығына. Мәҫәлән, Силәбе эшҡыуарҙары ғаилә йылында Сибайҙан алты бала тәрбиәләгән Ҡансуриндарға бүләккә һабан алып килгән.

Был ьүләккә мин бик шатмын. Үҙем уның менән ҡулланғас хаҡын, ҡиммәтлеген беләм. Һабан кеүек генә түгел, картуф ҡаҙыусы кеүек тә, фриза кеүек тә файҙаланып була.

Илшат Ҡансурин

Республика башлығы форум сиктәрендә Сибай предприятиелары эшмәкәрлеге менән дә танышты. Ҡалала төҙөлөш материалдары етештергән, төҙөкләндереү менән шөғөлләнгән ойошмалар күп. Был аңлашыла, эшҡыуарлыҡты үҫтереү, инвестициялар йәлеп итеү өсөн тәү сиратта инфраструктураны яҡшыртыу, уңайлыҡтар тыуҙырыу мотлаҡ.

(в2)

Автор: Рәмзиә Кәримова.