Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында фашист илбаҫарҙарын аяуһыҙ тар-мар иткән башҡорт батыры 1922 йылдың 9 июнендә әлеге Илеш районы Иләкшиҙе ауылында тыуа. Фронтта ул 250-гә яҡын хәрби осош яһай, дошмандың техникаһын, шәхси составын ҡыйрата. Яуҙағы ҡыйыулығы өсөн батыр йөрәкле летчик ике тапҡыр Советтар Союзы геройы исеменә лайыҡ була.
Муса Гәрәев 1987 йылда вафат була. Уның ҡәбере Ағиҙел ярында, Өфөнөң "Еңеү паркы" биләмәһендә урынлашҡан. Ҡаһарман яҡташыбыҙҙың тыуған көнөндә уны баш ҡаланың ветеран ойошмалары һөм хәрби-патриотик клубтары ағзалары иҫкә алды.
Муса Гәрәев ҡеберенә улар ҡыҙыл ҡәнәферҙәр һәм сәскә гөлләмәләре һалды. Саралар ҡатнашыусылар әйтеүенсә, йәш быуын Бөйөк Ватан һуғышы геройҙары тураһында белеп үҫергә тейеш.




