Был турала "Археология йәштәр өсөн" тип аталған семинарҙа билдәләнде. Унда Көньяҡ Уралдағы ҡаҙыныу эштәре, тарихи экспедициялар үҙенсәлектәре тураһында фекер алышынды.
Ғалимдар әйтеүенсә, Көньяҡ Урал археологтар өсөн хазиналар төбәге, республикабыҙ һәм тарихи Башҡортостан биләмәләрендә Ер шары һөм кешелек тарихындағы төрлө дәүерҙәргә ҡағылышлы артефакттарға юлығырға мөмкин. Шуға ла уларҙы ҡәҙерләп һаҡлау, киләһе быуынға еткереү заман фәне алдында торған төп бурыстарҙың береһе.




