Төҙөкләндерелгәндән һуң Өфөлә Бушмариндар йорто асылды

Тарихи бинаны тергеҙеү инвесторға 30 миллион һумға төшкән. Баш ҡаланың Ленин районында урынлашҡан мәҙәни мираҫ объекты республикала иң беренсеһе. Архитекторҙар һәм реставраторҙар уның боронғо күренешен еткереү өсөн ҙур тырышлыҡ һалған.

Бындай тарихи архитектура мираҫ объекттары Өфөлә 15-ләп кенә. Тарихи йорттоң Өфө ҡәлғәһе һалыныуға 444 йыл, Рәсәй көнө һәм Салауат Юлаевтың тыуған көндәрен байрам итеү алдынан асылыуы икеләтә ҡыуаныслы.

Был йорт социаль яҡтан әүҙем эшҡыуарҙар Федор менән Василий Бушмариндарҙың милке булған. Йорттоң икенсе ҡатында Император Николай икенсенең апаһы Ольга Александровна исемен йөрөткән һынлы сәнғәт мәктәбе урынлашҡан. Бинаны тергеҙеү барышында тарихи дөрөҫлөктө һынландырыуға ҙур әһәмиәт бирелгән. Боронғо бина 2006 йылда һүтелгән, уның урынына сәскә кибете эшләнгән. Ҡала муниципалитеты ун йыл аренда хоҡуғы һәм мәҙәни мираҫты тергеҙеү шарты менән был ерҙе һатыуға ҡуйған.

Был етди проектты тормошҡа ашырыу өсөн бик күп тарихи документтарҙы өйрәнергә тура килде. Бина үҙенең боронғо күренешенә тап килергә тейеш ине.

Әмир Ҡәйүмов, Бушмариндар йортон реконструкциялауҙа ҡатнашыусы архитектор

Автор: Гүзәл Борханова.