Архангел районының 2-се урта мәктәбендә балаларҙың ялы яҡшы ойошторолған

Бер нисә йыл рәттән каникулға сығыу менән белем усағы эргәһендәге лагерь эш башлай. Быйыл да 1 июндән ай аҙағынаса 110 баланың йәйге ялы файҙалы үтһен өсөн барлыҡ уңайлыҡтар, шарттар тыуҙырыла. Лагерҙа башлыса күп балалы, ата-әсә ҡарамағынан мәхрүм ҡалған мәктәп уҡыусыларына өҫтөнлөк бирелә.

Ҡыҙҙар-малайҙар алты отрядҡа бүленгән, һәр төркөм үҙ йүнәлеше буйынса эшләй. Тәрбиәселәр балаларҙың ялын күңелле итеп ойоштора, һәр көн билдәле бер тематикаға бағышлана. Һаулыҡ һаҡлау, шифалы үләндәр, тарих һәм башҡа өлкә. Шулай уҡ ҡыҙҙар-малайҙар араһында төрлө уйындар, спорт ярыштары уҙғарыла.

Мәктәп эргәһендә эшләп килгән "Йәйғор" һаҡлыҡ һаҡлау үҙәгендә балалар сәләмәтлектәрен нығыта. Табиптар һәр уҡыусы менән айырым шөғөлләнә. Белем усағы лагеры йәйге осорҙан тыш, шулай уҡ яҙғы һәм көҙгө каникул ваҡытында ла эшләй.

Эшебеҙҙе алдан планлаштырып, мәҙәниәт йортона, китапханаға, мәсеткә, районыбыҙҙың төрлө урындарына экскурсиялар ойошторабыҙ. Бынан тыш, төрлө уйындар, йолалар үткәрәбеҙ.

Резеда Маликова, өлкән тәрбиәсе

Автор: Фәниә Юланова.