Рөстәм Хәмитов Баймаҡҡа эш сәфәре барышында урындағы етештереү объекттарын ҡараны

Баймаҡтағы бейә һөтөн һәм ҡымыҙҙы киптереү цехын "Экопродукт" йәмғиәте асҡан. Хужалар әйтеүенсә, йылҡысылыҡта тиҙ боҙола торған һөттө эшкәртеү проблема булып тора. Эшҡыуарҙар һөттө киптереү – иң отошло юл тип иҫәпләй, сифатлы матдәләр юғалмай, тәме һаҡлана, шул уҡ ваҡытта шифалы продуктты йыл әйләнәһенә ҡулланырға мөмкин.

Цех тәүлегенә 800 литр һөт эшкәртеүгә иҫәпләнгән, һалынған инвестициялар күләме 52 миллион һумдан ашыу, киләсәктә ҡеүәтте 1200 литрға еткереү бурысы тора. Цехта бар эш автоматлаштырылған.

Тағы бер яңы объект – тегеү цехы. Бында махсус кейемдәр, балалар өсөн ҡышҡы әйберҙәр тегелә. Эшҡыуарҙар әйтеүенсә, был Баймаҡтағы бишенсе цех, тағы икәүһе Әбйәлил менән Йылайырҙа урынлашҡан. Киләсәктә Сибайҙа сафҡа индереү ниәте бар. Шулай уҡ магазиндар селтәре һәм ағас эшкәртеү предприятиеһы асыу ҙа күҙаллана. Был проектҡа 50 миллион һум тирәһе инвестиция һалынған. Бик лайыҡлы, тине Рөстәм Хәмитов цех эшмәкәрлеген баһалап.