Стәрлетамаҡ ҡала балалар дауаханаһында капиталь төҙөкләндереү тамамланыу алдында. Медицина учреждениеһының ике корпусы ла тулыһынса яңыртылған.132 койкалыҡ дауаханала 1969 йылда һалынғандан алып ремонт үткәрелмәгән булған. Медицина учреждениеһына ҡаҙнанан 120 миллион һум аҡса бүленгән.
Неллиҙың тыуыуына туғыҙ көн генә. Тыумыштан сирле сабый балалар табыу йортонан тура Стәрлетамаҡ балалар дауаханаһына йүнәлтелгән. Палатала әсә менән бәпес яңғыҙы. Уңайлы шарттар һәм табиптарҙың иғтибары, заманса дауалау ярҙамында ул һауыға башлаған.
Стәрлетамаҡ балалар дауаханаһында нигеҙенән ҡыйығына тиклем капиаталь төҙөкләндереү үткәрелгән. Заманса уңайлыҡтарҙан пациенттар ҙа, бындғы хеҙмәткәрҙәр ҙә ҡәнәғәт. Сөнки уҙған быуатта һалынған медицина учреждениеһында бер тапҡыр ҙа ремонт яһалмаған булған.
132 койкаға иҫәпләнгән дауахана ике корпустан тора һәм төҙөкләндереү ваҡытында улар бер-береһенә күсерелеп торған. Ниһайәт, бөтә эштәр ҙә тамамланған тип әйтергә була. Бүлмәләрҙә медицина техникаһы алыштырыла. Тағы ла бер мәғлүмәт – дауахана янындағы суд-медицина экспертизаһы башҡа урынға күсерелә һәм уның бинаһы ла ҡалмаясаҡ, ти баш табиб. Сөнки дауаханала ятыусы бәләкәй пациенттарҙың ата-әсәләре йыш ҡына тәҙрә ҡаршыһындағы күренешкә ризаһыҙлыҡ белдерә ине.
Стәрлетамаҡ балалар дауаханаһы 70 меңдән ашыу баланы хеҙмәтләндерә. Бында Стәрлетамаҡтан ғына түгел, яҡын райондарҙан да киләләр. Яңыртылған дауахана "Һаҡсыл производство" программаһы буйынса эшләйәсәк.




