Был туралағы килешеүгә Күмертау ҡалаһы хакимиәте башлығы Борис Беляев менән "Яңы дәүер" акционерҙар йәмғиәте етәксеһе Рифҡәт Ғәбдинов ҡул ҡуйҙы. Инвестиция проекты ҡалала 320 яңы эш урыны булдырыу мөмкинлеге бирә.
Завод ҡеүәте йылына 6 миллион квадрат метр фиброцемент плита етештереүгә иҫәпләнгән. Төҙөлөшкә 800 миллион һум инвестиция һалынасаҡ. Яңы документҡа Күмертау ҡалаһының 65 йыллығы билдәләнгән көндәрҙә ҡул ҡуйылыуы ла иғтибарға лайыҡ.
Сарала Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай һәм һәм ҡала советы депутаттары, предприятиелар етәкселәре, шулай уҡ ҡала хакимиәтен 2010 йылға тиклем етәкләүсе - республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Сергей Афонин ҡатнашты.




