“Евразия йөрәге” фестивале дауам итә

Йәкшәмбе Өфө амфитеатрында үткән 2-се Симфоник төн фестивале Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының 50 йыллығына арналды. "Альма-матерға арнау тип исемләнгән программала уҡыу йортоноң сағыу ижади коллективтары ҡатнашты. Симфоник төн программаһын республиканың популяр артистары - уҡыу йорто педагогтары, уны тамамлаусылар һәм студенттарҙың сығыштары биҙәне.

Концертта ҡатнашыусылар институттың тәүге ректоры, мәшһүр композитор Заһир Исмәғилевты иҫкә алды. Ярты быуатлыҡ юбилей менән институт коллективын Рәсәй Мәҙәниәт министрлығының Фән һәм мәғариф департаментының бүлек мөдире Евгения Дехтяренко ҡотланы.

Институт исеменә Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Дмитрий Медведевтың, мәҙәниәт министры Владимир Мединскийҙың, Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитовтың ҡотлау хаттары тапшырылды.

Автор: Гөлдәриә Йосопова.