Иртәгә Өфө тыуған көнөн һәм Рәсәй көнөн билдәләй

Шулай уҡ баш ҡалабыҙҙағы "Рәсәй - минең тарихым" мультимедиалы тарихи парк асылыуға ла теүәл бер йыл тула. Ошо уңайҙан ял һәм мәҙәниәт үҙәгенә иртәнге сәғәт 11-ҙән киске 7-гә тиклем бушлай инергә мөмкин.

Фото №1 - Иртәгә Өфө тыуған көнөн һәм Рәсәй көнөн билдәләй

Бында көндөҙгө сәғәт 12-лә концерт программаһы башлана. Өфөләр һәм баш ҡала ҡунаҡтары өсөн төрлө ижади коллективтар сығыш яһай, бүләктәр уйнатыла. Төп экспозицияларҙан тыш, тарихи паркка килеүселәр художестволы эштәр күргәҙмәһен ҡарай ала.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ