Өфөлә «Беренсе республика» тарихи нәфис фильмы төшөрөлә башланы

"Беренсе республика"- Башҡортостандағы 1920-1956 йылдарҙағы тарихи ваҡиғаларҙы үҙ эсенә ала. Сценарий авторҙары - Таңсулпан Бабичева менән Гөлсәсәк Саламатова, режиссеры Булат Йосопов. Ролдәрҙе театр актерҙары башҡара. Фильмдың нигеҙендә сәйәси репрессияға дусар булыусыларҙың яҙмыштары.

Фото №1 - Өфөлә «Беренсе республика» тарихи нәфис фильмы төшөрөлә башланы

Башҡортостанда ауыр шарттарға ҡарамай театр ойоштороусылар, уларҙың беренсе актерҙары, әҙәбиәт, матбуғат һәм башҡа тарихи ваҡиғалар тулы дөрөҫлөгөндә күрһәтелә. Фильмға дәүләт ҡаҙнаһынан 9 миллион һум аҡса бүленгән. Республиканың 100 йыллығына арналған тарихи-нәфис фильмды тамашасылар 2019 йылдың февралендә күрә аласаҡ.

Әлегә минең беренсе көн. Рольға инеү процессындамын. Геройым тураһында аңлаттылар, биографияһын һөйләнеләр.

Артур Ҡунаҡбаев, М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актеры, фильмда Мәкәрим Мәһәҙиев ролен башҡарыусы

Автор: Рәмилә Исмәғилева.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ