Башҡортостанда яңы төр бәләкәй моторлы самолетҡа нигеҙ һалынды. Әле уны йыйыу эштәре Кушнаренко районында урынлашҡан Первушин аэродромы биләмәһендә башҡарыла. Осоу аппараты һынау үткәндән һуң, һауаға күтәреләргә тейеш.
Һәүәҫкәр пилот Оксана Тимофеева штурвал артына ултырырға әҙерләнә. Альтаирҙы Өфө авиаконструкторҙары уның өсөн эшләй. Яңы самолетта ул Өфөнән Урта Азия дәүләттәре буйлап осош яһарға ниәтләгән. Күҙ алдында йыйылған самолет ышаныс уята, ти һәүәҫкәр пилот.
Быға тиклем Первушин аэроклубында Италия етештерелгән "Саванна" бәләкәй моторлы самолетын ҡулланып килгәндәр. Әммә көнбайыш санкциялары яңы осоу аппараттары һәм алмаш өлөштәр алыуҙы ҡатмарлаштырған. Сит илдәрҙең сәйәси баҫымына яуап итеп "Альтаир" эшләнгән. Ул тулыһынса Рәсәйҙә етештерелгән өлөштәрҙән тора. Беҙҙең илдә әле бәләкәй моторлы самолеттар өсөн двигатель генә сығарылмай ти, - Первушин аэродромы етәксеһе Сергей Миңлеғолов.
"Альтаир" әле дәүләт һынауҙары үтеүгә әҙерләнә. Комиссия уның ҡабул иткәндән һуң яңы самолет Башҡортостан һәм Рәсәй киңлектәрен иңләйәсәк.




