Баймаҡ районында йыл һайын йәй башында һыбай биатлон һәм Ылаҡ уйындары үткәреү традицияға һалынған. Быйыл да төрки халыҡтарҙың боронғо уйыны төбәк тамашасыларын йыйҙы. Унда биатлон буйынса совет һәм ил чемпиондары ла ҡатнашты.
Халкыбыҙҙын боронғо уйыны Ылаҡ һәм һыбай биатлоны бынан өс йыл элек үткәрелә башланы. Ылакты әле бер-нисә районда уйнаһалар, һыбай биатлонына тап Баймаҡ районында нигеҙ һалынды. Был ярыш күренекле биатлонсы, 4 тапҡыр олимпиада еңеүсеһе Александр Тихоновтын кубогына үткәрелә һәм ошо күләмле сараға ул йыл да үҙе килә. Һыбай биатлоны, ғөмүмән төбәктә ат спортын үстереү буйынса күп эштәр башҡарыла: ипподром төҙөлөшө башланасак, биатлонсылар клубы төҙөлдө. Биатлонда ҡатнашырға теләүселәр һаны арта бара,унда 18 йәштән өлкәндәр үҙ көсөн һынай ала.
Ә инде быйылғы ярышҡа килгәндә, биатлонда бөтәһе туғыҙ ир-егет ҡатнашты, һыбайлылар майҙанды өс тапҡыр урай, унын һәр береһе берешәр километр, был ярыштар аттан төшөп уҡ менән сәпкә тейҙереүҙе лә күҙ уныда тота. Беренсе килеп, атыу буынса күберәк мәрәй йыйған ҡатнашыусы еңеүсе тип һанала.
Ылаҡ - төрки халыҡтарҙа киң таралған уйын. Был уйынды элегерәк йөҙәрләгән, меңәрләгән һыбайлы бер юлы уйнаған булһа, хәҙер иһә, көрәш майҙанына ике яҡтан дүртешәр уйынсы сыға. Бөтәһе ун ике кеше, улар майҙанға алмашлап сыға . Әйтеүебеҙсә кәзә түшкәһен каршы як ҡаҙанға алып барып һалыу - уйындын төп нөсхәһе. Кәзә ауырлығы 32-35 килограммдан да әҙ булмаҫҡа тейеш. Был иһә көрәш майҙанына сыккан ир геттен көсөн, ғәйрәтен күрһәтә лә инде.
Әйткәндәй, уйынға башҡа мал түгел, ә кәзә генә һайланыуы ла осраҡлы түгел, тип аңлатты ойоштороусылар. Баҡтиһәң, ҡуй малының тиреһе кәзә тәкәһенән йоҡараҡ була, уйын барышында йыртылыуы мөмкин. Ылаҡ уйынының тәртибе хоккей уйыныныҡына бермә-бер тап килә, ти белгестәр.
Ылаҡ уйынынын т өп фавориттары араһында 2016 йылда Ҡырғыҙстанға барып күсмә халыҡтар араһында ылаҡ уйнында ҡатнашып ҡайтҡан егеттәрҙә бар.Унда 8 команда араһынан 4-се урын Баймактарҙыкы була.
Был юлы ла тәжрибәле командалар матур уйын күрһәтте. 20 минутлыҡ уйынды 4-3 иҫәбе менән Ирәндек командаһы еңеп сыҡты.




