Ылаҡ, ат биатлоны, ғаиләләр парады

Баймаҡ районы һабантуйы үҙенсәлекле милли уйындары, сағыу тамашалары менән айырылып тора. Баймаҡтарҙы сәсеү эштәре тамамланыу менән Республика Башлығы ла тәбрикләне. Һабан байрамы был юлы "Урал аръяғы" иҡтисади форумында ҡатнашыусыларҙы ла ҡабул итте. Шуға күрә майҙанда Баймаҡтарҙан тыш көньяҡ зонаға ҡараған ете район һәм Сибай ҡалаһының тирмәләрен дә күрергә, уларҙың тарихы, ҡаҙаныштары менән танышырға мөмкин ине.

Боронғо көнкүреш әйберҙәре, заман оҫталары яһаған ҡул эштәре, милли аш-һыу, йолалар, йыр-моң. Һәр район һабантуйға сағыу, бай йөкмәткеле программа әҙерләгән. Мәҫәлән, Учалылар тирмәһендә ҡунаҡтарҙы кескәй йондоҙсоҡ Ләйсән Золотарева ҡаршы алды.

Һабан байрамының төп хужалары, көндө-төнгә ялғап эшләгән ялан батырҙары. Рөстәм Хәмитов баймаҡтарҙы һабантуй менән тәбрикләп, тырыш хеҙмәттәре өсөн рәхмәт белдерҙе.

Заман һәр тармаҡта ла үҙ талаптарын ҡуя, ауыл хужалығында ла яңы культураларҙы үҙләштереү талап ителә. Район аграрийҙары был ихтыяжды яҡшы аңлай.

Быйыл 84 500 тирәһе сәсеү майҙаны булды, уларҙың барыһын да уңышлы сәстек. Үткән йылға ҡарағанда 2500 күберәк. Быйыл техник культураларға өҫтөнлөк бирелде, сөнки уның килеме күберәк.

Азат Шәрипов, Баймаҡ районы хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса беренсе урынбаҫары

Һабантуй сәхнәһенә байрамдың төп хужалары - ялан батырҙары күтәрелде. Уларға бөгөн дан-хөрмәт, әммә ер хужалары фекеренсә, иң ҡиммәтле бүләк заманса техникаға күсеү. Боронғо һымаҡ саңға, майға батып йөрөйһө түгел.

Ылаҡ, ат биатлоны кеүек уйындарҙы тик Баймаҡ һабантуйында ғына күрергә мөмкин. Әлбиттә, был сабыш, милли көрәш, һырғалаҡҡа үрмәләү йәки тоҡ һуғышы үткәрелмәй тигән һүҙ түгел. Барыһының үҙ урыны, һәр кем күңеленә ятышлы уйын йә спорт ярышы таба ала. Баймаҡ һабантуйының тағы бер биҙәге ғаиләләр парады.

Абруйлы, дан ғаиләләр һәм яңы ҡауышҡан йәштәр. Борон туйҙарҙа йәштәр парт аттарҙа уҙһа, хәҙер зиннәтле машиналарҙа. Әммә мәңгелек ҡиммәттәр үҙгәрмәй, һәр заманда ла матур ғаиләләр ил күрке.

Башҡорт автономияһына нигеҙ һалынған Баймаҡ районының Башҡортостандың 100 йыллығын яңы ҡаҙаныштар менән ҡаршылауына ышанам, тине Рөстәм Хәмитов. Төбәктең мөмкинлектәре етерлек. Был хаҡта иҡтисади форумда ла билдәләнде. Баймаҡ ауыл хужалығынан тыш, ер аҫты ҡаҙылмаларына ла бай. Руда, баҡыр, алтын табыу менән бәйле экспозициялар һабантуй майҙанында ла сағылыш тапҡан.

Күсей яҡтарын элек-электән алтын ҡырҙары тип атайҙар, сөнки бында борондан бирле алтын табалар. Иң беренсе Навалихиндар сығарған, аҙаҡ Рәмиевтар. Тапҡан алдында мыҫҡал тип аталған үлсәүҙәрҙә үлсәгәндәр.

Сәриә Йыһаншина, Күсей ауылы хакимиәте башлығы

Балалар - беҙҙең киләсәк, һабантуй майҙанында йәш быуын да үҙҙәренең һәләттәрен күрһәтте, төрлө уйындарҙа ҡатнашты. Быуындар бәйләнеше тап ошондай күркәм сараларҙан, бәләкәй генә иғтибарҙан башлана.

Баймаҡ районы өсөн һабантуй сәсеү эштәренең тамамланыуын билдәләү, ялан батырҙарын тәбрикләү генә түгел, быуындар күсәгилешлеген һаҡлаусы рух һәм күңел байрамы ла. Майҙанда тарих менән бөгөнгө заман осраша. Бай милли йолаларыбыҙ, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙ изге аманат итеп киләсәккә тапшырыла.

Автор: Рәмзиә Кәримова.