Ауыл эшсәндәрен данлаған байрам Кәшәк ауылы эргәһендәге аҡланға меңдән ашыу кешене йыйҙы. Район халҡы һәм ҡунаҡтарына күңел асыуға, хатта яуып торған ямғыр ҙа ҡамасаулай алманы.
Байрам райондың мәғариф, мәҙәниәт тармағы, сәнәғәт предприятиелары, спортсылар парады менән асылды. Колонна башында ялан батырҙары, ауыл хужалығы алдынғылары... Төбәктә сәсеү эштәре 54 мең гектар майҙанда башҡарылған, шул иҫәптән быйыл 27 мең гектарҙы ярауай, бойҙай культуралары биләй. Хеҙмәт алдынғылары Рәхмәт хаттары, Маҡтау ҡағыҙҙары, дипломдар, аҡсалата премиялар менән бүләкләнде. Ауыл биләмәләре араһында ойошторолған конкурсҡа ла нәҡ һабантуйҙа йомғаҡ яһалды. Еңеүсе тип табылған Рәжәп ауыл хакимиәтенә яңы автомобиль асҡысы тапшырылды.
Байрам ҡунаҡтары ауыл хужалығы предприятиелар ҡорған тирмәләр буйлап та үтте. Хужалар милли аш-һыу менән ҡаршы алды. Тирмәләрҙә ҡул эштәре, аграрийҙарҙың һәм малсылар тәҡдим иткән продукциялар менән танышырға мөмкин ине. Саҡмағоштарҙың киләһе йыл мул уңыш алырына ла өмөт ҙур.
Ат сабышын ауыл хужалығы предприятиелары бригадирҙары асты. Егелгән юртаҡтарҙа тиҙлеккә ярышыу майҙанға сығыусыларҙа сәм уятты. Келәм батырҙары көрәшен дә халыҡ ҡыҙыҡһынып күҙәтте. Батырҙар башҡа тарафтарҙан да килгәйне.
Тоҡ кейеп йүгереү, көршәк ватыу һәм башҡа милли уйындар ҙа мауыҡтырғыс тамашаға әүерелде. Ҡатнашыусыларҙың барыһы ла иҫтәлекле бүләктәр алып ҡыуанды. Иң мөһиме һабантуй байрамы һәр күңелде сағыу тәьҫораттарға сорнаны.




