Һауа шарттары был райондарҙа һабантуй байрамын уҙғарыуға ҡамасаулай алманы. Һабантуй барышы тураһында беҙҙең сайтта уҡығыҙ.
Ғәҙәттәгесә, байрам яҙғы сәсеүгә йомғаҡ яһау һәм хеҙмәт алдынғыларын тәбрикләүҙән башланды. Уларға 100 мең һумлыҡ сертификаттар, Маҡтау ҡағыҙҙары, бүләктәр тапшырылды. Сарала ҡатнашыусылар төбәктең ижади коллективтары сығыштарын ҡараны, спорт ярыштарын күҙәтте. Иң етеҙҙәр һабантуй кубогына эйә булды.
Благовещен районында һабантуй ҡунаҡтарын "Мираҫ" фольклор йыр һәм бейеү ансамбле артистары сәләмләне. Быйылғы һабантуй төрлө тематик парктарға бүленде. "Белая река" тип исемләнгән һөт йәрминкәһе, төрлө күргәҙмәләр һәм конкурстар һәр кемдең күңеленә хуш килде. Балалар өсөн интерактив уйындар, күңел асыу программалары ойошторолдо, "контактлы" зоопарк эшләне.




