Борисов мейестәре тергеҙелә

Белорет районында тарихи ҡомартҡы һаналған объект Айғыр ауылында урынлашҡан. Борисов мейестәренең былтыр урман эшкәртеүселәр тарафынан һүтелеп, юлға түшәлеүе тураһында яҙма күрһәткәйнек инде. Өфөнөң "Сик" үҫмерҙәр клубына йөрөүсе уҡыусы уларҙы терегеҙеү маҡсатында проект төҙөгән һәм был эш өсөн грант алыуға ирешкән. Ошо аҡсалар турист кәрәк-яраҡтарына, юлға түләнә. Бер быуаттан ашыу элек төҙөлгән мейестәр эргәһендә ирекмәндәр эшләй.

Фото №1 - Борисов мейестәре тергеҙелә

Бер быуат элек был мейестәрҙә тимер иретеү заводтары өсөн ағас күмере етештерелгән. Хәҙер уларҙан төтөн сыҡмаһа ла, тирә-яҡта эштең уттай ҡыҙған мәле. Ямғырлы һауа шарттарына ҡарамаҫтан, ирекмәндәр объектта таштарҙы йыйыу менән мәшғүл. Эш таң һарыһынан башлана. Һәр көнгә билдәле бер план.

Мейестәрҙе тергеҙеү эшенә май аҙағында тотонғандар. Тәүге төркөм объектта сүп-сарҙы таҙартһа, икенселәре тарихи ҡомартҡыны боронғо ҡиәфәтенә килтереү буйынса дүрт көн элек эш башлаған. Һәр смена ун көнгә яҡын дауам итә.

Ҡыҙҙар аш-һыу тирәһендә генә йөрөмәй. Физик эштәрҙә лә әүҙем ҡатнаша. Бына ошондай махсус ҡорал алып, таштарҙы аҡтара, һәр береһен тигеҙләп һалып сыға. Әйткәндәй, тарихи урынды төҙөкләндереүгә һәр кем үҙ өлөшөн индерә ала. Бының өсөн бәйләнештәге төркөмгә ҡушылырға кәрәк

Борисов мейестәре тарихи мәғлүмәттәр буйынса, ике йөҙ йылдан ашыу элек төҙөлгән. Әммә урман ҡырҡыусылар бер йыл элек был ҡомартҡының икәүһен һүтеп, таштарын емерек юлға түшәгән. Тик береһе генә мөғжизә менән төҙөк килеш тора. Туристик объектты тәүге хәленә ҡайтарыу өсөн туғыҙынсы синыф уҡыусыһы Илья Жмаев үҙенең проектын Бөтә Рәсәй конкурсына ебәрә.

Минең проект конкурста еңеп сыҡты, уға 200 мең һум аҡса бүленде. Был юл сығымдарын ҡаплай, аҙыҡ-түлек һатып алыуға китә. Каникулда ҡалала ятҡансы, әлбиттә, бында яҡшыраҡ. Саф һауа, тәбиғәт ҡосағы. Тик теләүселәр әҙерәк, ә беҙҙең план буйынса йәй кәмендә дүрт смена йыйып, эшләргә кәрәк.

Илья Жмаев, "Борисов мейестәре - киләһе быуынға" проекты кураторы

Йыл һайын тарихи урынға меңәрләп турист килә. Мейестәрҙе тергеҙеү уларҙың һанын тағы ла арттыр, тип көтөлә. Әйткәндәй, ирекмәндәр күтәренке кәйефтә төҙөкләндереү эштәрен киләһе йылға тамамларға ниәтләй.

Автор: Фәниә Юланова.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ