Техника Шадринск автоагрегат заводында эшләнгән. Яңы локомотивтың өҫтөнлөктәре күп. Эш урынының уңайлығы, юғары тартыу көсө һәм сағыштырмаса аҙ май ҡулланыуы төп сифаттары. Тепловоз руда биреү һәм баҡыр һәм цинк концентраты тейәү өсөн файҙаланыла.
Тимер юл цехы машинистары яңы тепловоздан ҡәнәғәт. Иркен кабина, сенсорлы идара итеү панеле, түбән тауышлы дизель двигателе. Былар барыһы ла локомотив бригадаһы эшен еңеләйтә.




