Бөгөн Өфө амфитеатрында "Евразия йөрәге" фестивале дауам итте. Халыҡ-ара сараның 4-се көнө Этнотөн тип атала. Сараға сит илдәрҙән һәм Рәсәй төбәктәренән халыҡ фольклорын данлаусы коллективтар саҡырылған. Башҡортостан юлдаш телевидениеһы саранан тура трансляция ойошторҙо.
Фестивалдең 4-се көнөн асыу хоҡуғы урындағы этно төркөмдәргә бирелде. Башҡортостан исеменән сәхнәгә халыҡ-ара фестивалдәр лауреаты - "Узорица" төркөмө менән популяр "Арғымаҡ" фольклор төркөмө сыҡты. Ойоштороусылар әйтеүенсә, биш көн дауамында фестивалдә 700-ләп музыканттың сығыш яһауы, тамашасылар һаны 100 меңдән ашыуы күҙалана.
Иртәгә өфөләр һәм баш ҡала ҡунаҡтарын фестивалдең гала-концерты көтә. Унда Америка йырысыһы Рональд Бейкери, "Шоу Голос" конкурсында ҡатнашыусы Анжелика Фролова, Наҙгөл Отузова һәм популяр "Пицца" төркөмө сығыш яһауы көтөлә. Гала-концерт сағыу тамашаға әйләнәсәк, тип вәғәҙәләй ойоштороусылар. Йомғаҡлау концертын фестивалдең сайтында һәм беҙҙең телеканалда ҡарарға мөмкин.




