Ошо уңайҙан Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республика халҡын байрам менән ҡотланы.
"Бөгөн республика бөтә ил менән дәүләт байрамы - Рәсәй көнөн билдәләй. Ул барыбыҙҙың да дөйөм яҙмышын, Ватаныбыҙ халыҡтарының берҙәмлеген, бай йолаларын сағылдыра, патриотизм идеяларын һәм Тыуған илгә хеҙмәтте берләштерә. Башҡортостан бөгөн иҡтисадты ла, социаль өлкәне лә уңышлы үҫтерә килә, халыҡ-ара хеҙмәттәшлек даирәһен киңәйтә, ҡеүәтле инвестиция проекттарын ғәмәлгә ашыра, ил етәкселеге ҡуйған яңы ҙур бурыстарҙы һөҙөмтәле хәл итеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Йәмғиәт тотороҡлолоғо, милләт-ара һәм конфессия-ара тыныслыҡ, үҫешкән сәнәғәт, фән, мәғариф һәм мәҙәниәт яғынан республикабыҙ Рәсәй дәүләтенең ышаныслы терәге булып тора. Беҙ бөгөнгө байрамды лайыҡлы уңыштар, ил киләсәге өсөн ныҡлы ышаныс менән ҡаршылайбыҙ. Уртаҡ йортобоҙ - Бөйөк Рәсәйҙә һәр саҡ тыныслыҡ булһын, илебеҙ сәскә атһын. Байрам менән, ҡәҙерле дуҫтар!" - тиелә Башҡортостан башлығының ҡотлауында.




