1990 йылдың 12 июнендә РСФСР Халыҡ депутаттарының беренсе съезында Дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул ителә. 1992 йылдан был дата рәсми байрам булараҡ билдәләнә. Ил кимәлендәге байрам Башҡортостанда ла киң ҡолас менән үткәрелә.
Рәсәй көнө менән бер рәттән республикабыҙ халҡы милли батырыбыҙ Салауат Юлаев көндәрен дә билдәләй, уның тыуыуына быйыл 264 йыл. 12 июнь шулай уҡ Өфө ҡәлғәһенә нигеҙ һалыныуға 444 йыл тулды. Ошо уңайҙан баш ҡаланың барлыҡ майҙандарында күңел-асыу саралары үтте.
Байрам шулай уҡ республика ҡалалары һәм ауылдарында ла төрлө саралар , мәҙәни-күңел асыу һәм спорт байрамдары, күргәҙмәләр ойошторолдо.




