Ошо ваҡыт эсендә күләмле тарихи музей йөҙ меңдән ашыу кешене ҡабул иткән. Килгән халыҡтың 70 процент самаһы мәктәп йәшендәге балалар. Айырыуса парк сығарылыш синыф уҡыусыларында ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырған. Сөнки Берҙәм дәүләт имтиханына әҙерләнгән йәштәр экспозициялағы материалдар аша тарих буйынса белемдәрен нығытҡан.
Бөгөн байрам уңайынан мультимедиалы тарихи парк менән һәр кем бушлай таныша алды. Ошонда уҡ концерт номерҙары, Рәсәйҙең һәм Башҡортостан тарихына арналған төрлө викториналар ойошторолдо. Еңеүселәргә иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.




