"Изге былау" изгелек өләшә

Бөгөн Өфөнөң Аксаков исемендәге баҡсаһында хәйриә сараһы ойошторолдо. Былау һатыуҙан килгән аҡса төрлө сирҙәргә дусар булған биш баланы дауалау өсөн тотоноласаҡ. Был баш ҡалала уҙған икенсе былау байрамы, тәүгеһе 2016 йылда үткәрелгәйне. Унда йыйылған аҡсаға ике бала дауаланды.

Фото №1 - "Изге былау" изгелек өләшә

Диңгеҙ ризыҡтарынан былау, йәғни паэлья. Уны испандар, француздар, итальяндар үҙ итә. Был юлы ашнаҡсылар ят ризыҡты Өфө халҡына ла ауыҙ иттереп ҡарарға булған, байрам хөрмәтенә иҫке ауыҙға яңы аш, ти улар.

Былау донъяла киң таралған ризыҡтарҙың береһе, уның меңдән ашыу төрө бар. Бөгөн паркта уның ни бары тиҫтәнән ашыу төрө генә бешерелде. Иң күбеһе классик рецепт, уны мең йыл элек билдәле табип Әбүғәлисина уйлап тапҡан. Ашнаҡсылар фекеренсә, технологияны теүәл үтәгәндә ризыҡтың шифаһы арта.

Майҙанда былауҙың йәнен теләгәнен алырға мөмкин. Мәҫәлән, бер ҡаҙанда вегетариандар өсөн итһеҙ былау бешә. Ул татлы, дөгөгә тик йәшелсә-емештәр генә ҡушылған.

Өфөнөң иң шәп ашнаҡсылары әҙерләгән былау, өҫтәүенә, билдәле шәхестәр ҡулынан. Байрам ризығын сәхнә оҫталары, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре һата. Яратҡан йырсыбыҙ Нәзифә Ҡадирова ла бөгөн һатыусы ролендә.

Ҡатнашырға ысын күңелдән риза булдым. Концертҡа ла сығырға кәрәк, әммә нисек булһа ла был байрамды ҡалдыра алманым. Изгелек – кешенең йөрәгендә булырға тейеш.

Нәзифә Ҡадирова, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы

50 килонан ашыу дөгө, меңдән ашыу порция. Халыҡ изге былауҙы сират тороп алды. 200 һум күп аҡса түгел, әммә ил төкөрһә күл була, балаларға ярҙам итеү изе ғәмәл, ти Ҡунафиндар ғаиләһе.

Әҙерәк кенә булһа ла ауырыу балаларға ярҙам итеү маҡсатында килдек. Былау беҙҙең яратҡан ризыҡ. Башҡортостандың халыҡ артисы Нәзифә Ҡадированың ҡулынан ашау ҙа үҙе бер бәхет.

Гүзәлиә һәм Урал Ҡунафиндар

Былау бешереүселәрҙең оҫталығын Мәскәү ҡунағы, билдәле ашаҡсы Хәким Ғәниев етәкселегендәге жюри баһаланы. Шулай ҙа был байрамда еңеү түгел, ә изгелек ҡылыу мөһим, ти ҡатнашыусылар. Ә күңел йылыһын һалып бешергән ризыҡ тәмле була.

Бөгөнгө былауҙа рис, ит кеүек ризыҡтар ғына түгел, ә күңел байлығы, ярҙам итеү теләге лә ҡушылған.

Лилиә Ғүмәрова, Федерация советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары
Башбат

Былау байрамында ҡатнашыусылар өсөн концерт программаһы ла, төрлө уйындар ҙа ойошторолған. Был хәйриә акцияһы мәҙәни тормоштоң көтөп алыған һәм күркәм сараһына әйләнеп бара.

Автор: Рәмзиә Кәримова.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ