Өфөләр йылдың иң мөһим байрамын көтөп ала

Ҡаланың барлыҡ майҙандарында ла күңел асыу саралары ойошторолдо. Рәсәй көнө һәм баш ҡаланың тыуған көнөнән мөмкинлектәре сикләнгәндәр ҙә ситтә ҡалманы. Октябрь районы хакимиәте "Мир" инвалидтар ойошмаһы менән бергә асыҡ физкультура-спорт ярыштары үткәрҙе. Инвалидтар 6 спорт төрөндә көс һынашты.

Фото №1 - Өфөләр йылдың иң мөһим байрамын көтөп ала

Йүгереү, коляскаларҙа уҙышыу, шашка, шахмат, гер күтәреү һәм дартс. Республиканың төрлө төбәктәренән ике йөҙгә яҡын кеше үҙҙәрен ошо спорт төрҙәрендә һанап ҡарарға теләне. Уларҙың мөмкинлектәре сикләнһә лә, йөрәктәре ҡайнар.

октябрь районында мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн спорт фестивале икенсегә үткәрелә, быйыл ул Мәжит Ғафури исемендәге паркта уҙғарыла, бында 127 кеше ҡатнаша. Улар үҙҙәрен төрлө спорт ярыштарында һынап ғына ҡалмай, ә аралаша, йәшәргә көс һәм дәрт алып ҡала.

Гөлшат Шәйхетдинова, Өфөнөң Октябрь районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге етәксеһе

Төрлө сәбәптәр арҡаһында инвалидлыҡ алған замандаштарыбыҙ беҙҙең йәмғиәттә үҙҙәрен имгәк итеп тойорға теләмәй, ә сәләмәт тормош аша раҫлай. Иглин районында йәшәгән Ильяс Ғәлиүәров ун йыл инвалид коляскаһында. Әммә ул бирешмәй, меңәр саҡрымдарға сәйәхәт итә. Бөгөн дә коляскала ярышҡа килгән.

Иң ҙур хыялым - Ҡырым күпере аша үтеү. Бер нәмәгә лә ҡарамай маҡсатыма ынтыласаҡмын. Үҙ миҫалым менән минең кеүек башҡа кешеләргә лә өлгө күрһәтәм. Улар яҙмыш һынауҙарына бирешмәһендәр.

Ильяс Ғәлиүәров, спорт ярышында ҡатнашыусы

Сираттағы стартта тома һуҡырҙар ярыша. Уларҙы алдан дүрт аяҡлы дуҫтары әйҙәп йөрөй. Ир уртаһына еткәс, тома һуҡыр ҡалған Константин Антипинға ҙур ҡалала хәрәкәтләнеү, дауахана, китапхана кәрәкле урындарға барыу ауырға тура килә. Эте тормошта иң ҙур таянысы һәм ярҙамсыһы.

Минең ярҙамсым - Юхен ҡушаматлы эт. Беҙ икәүләп дарыуханаға, магазинға, китапханаға, транспортта йөрөйбөҙ. Һуҡырҙар йәмғиәтенә лә ул мине алдан әйҙәп алып бара. Донъя көткәндә минең ҙур ярҙамсым.

Константин Антипин, спорт ярышында ҡатнашыусы
Башбат

Харис Нуретдинов ғүмере буйы төҙөлөштә эшләй. Хаҡлы ялға сығыр алдынан ғына кинәт күреү һәләте насарлана. Ҡараусыһыҙ ҙа ҡалғас, уны Өфөгә ивалидтар һәм өлкән йәштәгеләр йортона урынлаштыралар. Ул ҡышҡы һәм йәйге спорт төрҙәрен үҙ итә. Йүгереп, саңғыла ярышып яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткән. Бөгөн гер спортында көсөн һынаны.

Йәштән шөғөлләнгәс, спортты әле ла ташлап булмай. Миңә 63 йәш.

Харис Нуретдинов, спорт ярышында ҡатнашыусы

Төрлө түңәрәктәрҙә шөғөлләнеүселәр ҡунаҡтарға ҡул эштәрен дә тәҡдим итте. Уларҙы һатыуҙан йыйылған аҡсалар мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙең ялын ойоштороуға йүнәлтеләсәк. Спорт ярыштарында еңеүселәргә тәүге миҙалдар тапшырылды. Йәмғиәттә мөмкинлектәре сикләнгәндәргә киң юлдар асыла.

Рәсәй көнө һәм баш ҡала байрамының төп саралары йылдағыса Ленин исемендәге майҙанда ойошторолдо. Ҡыҙыҡлы күргәҙмәләр, "Өфө йүкәләре" вокал конкурсы һәм кискә ҙур гала-концертта билдәле сәхнә йондоҙҙары сығыш яһаясаҡ.

Ғафури паркы йәнәшәһендәге төп майҙанда байрам саралары дауа итә. Бында һөнәрмәндәрҙең ҡул эштәре һәм сәхнәнән өлгөлө коллективтарҙың сығыштарын ҡарарға була. Кискә был сәхнәлә Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Радик Юлъяҡшин сығыш яһаясаҡ. Байрамға йомғаҡ киске сәғәт ун берҙә ялҡынлы салют менән тамамлана.

Автор: Гүзәл Борханова.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ