Өфөлә бөгөн "Рәсәй-Япония. Кешелек резервы" автосәйәхәттә ҡатнашыусылар туҡталды. 26 майҙа Мәскәүҙән башланған маршрут 4 ай эсендә Тольятти, Һамар, Омск, Барнаул, Иркутск, Улан-Удэ һәм башҡа ҡалалар аша үтәсәк.
Сәйәхәтселәр һәр ҡалала туҡталып иҫтәлекле урындарҙа фотоға төшә. Автоуҙыштың маҡсаты - халыҡ-ара дуҫлыҡты нығытыу, тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға иғтибарҙы арттырыу. Сара Рәсәйҙә Япония һәм Японияла Рәсәй йылы үткәреүгә һәм Ирекмәндәр йылына бағышлана. Экспедиция ағзалары бөгөн милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың һәйкәленә сәскәләр һалды.




