Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы базаһында эшләүсе технопаркта йәйге смена бара. 10 йәштән 14 йәшкәсә ҡырҡтан ашыу уҡыусы робот техникаһы серҙәренә төшөнә. Үҙәктә шөғөлләнеүселәр шулай уҡ Ҡазанда үтәсәк Бөтә Рәсәй олимпиадаһына әҙерләнә.
Улар бирелгән эш буйынса программаны үҙләштерә. Ҡаршылыҡтарҙы үтеп робот бәләгә тарыған кешене ҡотҡарырға тейеш. Йәйге смена июнь аҙағынаса дауам итә һәм ул төрлө һөнәрҙәр өйрәнеүгә ҡайтып ҡала. Мәҫәлән 11 йәшлек Камил Мостафин урамдарҙы йыйыштырыусы робот эшләгән. Ул мобиль ҡушымта ярҙамында идара ителә. Робот программаһында һалынған йүнәлеш буйынса йөрөй, сүп-сарҙы йыя.




