Сипайлово биҫтәһендә цирк тамашаһын халыҡ урамда бушлай ҡарай алды. Программа Өфөнөң тыуған көнөнә һәм Рәсәй көнөнә арналды. Бәләкәй генә сәхнә рәүешендә уратып алынған майҙанда балалар ҙа, өлкәндәр ҙә үҙ оҫталығын күрһәтте.
Клоундарҙы, дәртле бейеүҙәрҙе, дөйә, пони, эт менән сығыштарҙы халыҡ ҡыҙыҡһынып ҡараны. Тамашасыларға иң оҡшағаны Төньяҡ Осетиянан килгән ат-хореография ансамбле бейеүҙәре булды.




