Тарих төпкөлөнән һабансы хөрмәтенә дан йырлаусы байрам

Бөгөн Әбйәлил районы халҡы ла ата-бабаларыбыҙҙың аманатын һаҡлап, ергә ереккән хеҙмәт эйәләрен тәбрикләне. Быйылғы һабантуй төбәк халҡы өсөн айырыуса әһәмиәтле булды. Сөнки күмәк кеше ҡатнашлығындағы сара тәүге тапҡыр Айғырбатҡан ауылы эргәһендәге майҙанда үтте.

Һәр йылдағыса әбйәлилдәр тантанаға ихлас күңелдән әҙерләнгән. Көндөң һалҡынса тороуы ла халыҡтың байрам кәйефен төшөрә алманы.

Һабантуй үтәсәк майҙанға иртәнге сәғәттәрҙән үк халыҡ күпләп ағыла башланы. Бер кем дә көндөң һалҡынса тороуына йәки аҡса юҡлығына һылтанып өйҙә ҡалырға теләмәне. Киреһенсә, кешеләрҙең шат йөҙҙәре әбйәлилдәрҙең тормоштан ҡәнәғәт булыуҙарын күрһәтә. Урал аръяғы төбәге быйылғы яҙғы баҫыу эштәрендә лә һынатмаған. Хужалыҡтар бигерәк тә күп төрлө файҙаланыу тапҡан ҡиммәтле техник культураларға ҙур иғтибар биргән.

63 мең гектар ерҙең 8 мең гектарын юғары культура: горчица, рапс, лен менән ултырттыҡ. Үткән йылды беҙ бойҙай, һоло, арпа культураларын һата алманыҡ, ә лен рапс, горчица шунда уҡ китте.

Ғәлим Солтанов, Әбйәлил районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары

Быйылғы яҙҙың ҡатмарлы һауа шарттары баҫыу эштәрен бер аҙ һуңлатҡан. Әммә ер кешеһе ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан яуаплы компанияһы сифатлы атҡарып сығыуға көсөн дә, ваҡытын да йәлләмәгән. Шулай итеп әбйәлилдәр республиканың һәм илдең аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн бар тырышлығын һалған. Был йәһәттән һабантуй элек-электән хеҙмәт алдынғыларын тәбрикләү йәһәтенән әһәмиәтле. Бөгөнгө байрамда ла айырыуса уңыш ҡаҙанған хеҙмәтсәндәр сәхнә түренә күтәрелде. Уларға маҡтау ҡағыҙҙары һәм аҡсалата премиялар тапшырылды.

Быйылғы һабантуй хеҙмәт коллективтары, йәмәғәт ойошмалары парады менән иҫтә ҡалды. Майҙан буйлап Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм тыл хеҙмәтсәндәре, ауыл хужалығы предприятиелары, төрлө өлкәләрҙә уңыш ҡаҙанған мәктәп уҡыусылары үтте. Шулай уҡ парадта быйыл ғына ғаилә ҡорған парҙар, биш һәм унан күберәк бала тапҡан ҡатын-ҡыҙҙар ҙа ҡатнашты. Тап улар республиканың демографик хәлен яҡшыртыуҙа ҙур өлөш индерә. Бөгөн районда 350-нән ашыу гүзәл зат вәкиле "Әсәлек даны" миҙалы менән хаҡлы рәүештә ғорурлана.

Һабантуй - ул шулай уҡ хужалыҡтар араһында барған үҙенсәлекле ярыш та. Көн дауамында ауыл биләмәләре һәм предприятиелар төрлө бәйгеләрҙә, тирмәләр конкурсында ҡатнашты. Һуңғылары яланға байрам йәме өҫтәп, әллә ҡайҙан уҡ үҙенә саҡырып ултырҙы. Бер рәткә теҙелгән тирмәләрҙә ата-бабаларыбыҙҙың үткәне, ғөрөф-ғәҙәттәре менән танышырға ла, милли аш-һыуҙарҙан ауыҙ итергә мөмкинлек тыуҙы.

Йола буйынса халыҡ ат сабыштарын ҡыҙыҡһынып күҙәтте. Ә был ваҡытта башҡа урындарҙа ла спорт ярыштары дауам итте. Мәҫәлән, келәмдә олоһо ла, кесеһе лә төрлө ауырлыҡтарҙа бил һынашты. Көйәрмәндәр ҙә үҙҙәренең ауылдарынан килгән көрәшселәре өсөн ярыш аҙағына тиклем янып-көйөп ултырҙы. Үҙ ауырлыҡтарында еңеү яулап, танылыу тапҡан баһадирҙар өсөн йолаға ярашлы һарыҡ тәкәләре әҙерләнде.

Автор: Илдар Байбулатов.