Изге Рамаҙан айының һуңғы ун көнө мосолман донъяһы өсөн иң мөһим һәм әһәмиәтле осорҙан һанала. Күп кенә дин әһелдәре ҡәҙер кисен Рамаҙан айының 26-сы көнөндәге төнгә ҡарата билдәләнә, был кистә доға ҡылыусыларҙың теләктәре ҡабул була, гөнаһтары ғәфү ителә, тип иҫәпләй.
Иглин ауылында йәшәүсе Абраровтар ғаиләһе ҡояш байыу менән ҡәҙер кисен ҡаршыларға йыйына. Улар алдағы йылдарҙағы кеүек Рамаҙан айында ураҙа тотҡан. Өс йыл элек Абраровтар Мәккәгә хаж ҡыла. Оҙайлы сәйәхәттән ҡайтҡас та ғаилә үҙҙәренең ихатаһында мәсет төҙөтә.
Йыл әйләнәһенә иман йортона Абраровтарҙың туғандары ғына түгел, бөтә Иглин ауылы халҡы даими йөрөп, намаҙ уҡый. Ураҙа тотоусылар һыйлы табын әҙерләп, бер-береһенә ауыҙ асыу, ифтар мәжлестәренә йөрөй.




