Бөгөн баш ҡаланың Яҡутов паркында башҡа байрамдар менән бергә Совет районының 80 йыллығы ла киң билдәләнде. Килгән ҡунаҡтар ретро-автомобилдәр күргәҙмәһенә тамаша ҡылды. Совет дәүерендәге транспорт саралары һәр ваҡыт халыҡта ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Шуға ла бөгөн "Победа", "Чайка" һәм "Волга" автомобилдәре эргәһендә фотоға төшөргә теләүселәр күп булды.
Бынан тыш, парк биләмәһендә тирмәләр ҡаласығы ла эшләй башланы. Ул рәсми рәүештә ике көндән генә асылыуға ҡарамаҫтан, башҡорт халҡының милли аш-һыуҙары, биҙәүестәре һәм кейемдәре эргәһенән кеше өҙөлмәне. Мәҫәлән, Зәйнетдиновтар ғаиләһе теләгән һәр кемде ҡумыҙҙа уйнарға өйрәтте. Күңелгә оҡшаған музыка ҡоралын шунда уҡ һатып алырға мөмкинлек тыуҙы.
Бөгөн шулай уҡ милли көрәш буйынса "Салауат вариҫтары" тип аталған бәйге үтте. "Лада Гранта" автомобиле өсөн Рәсәйҙең тиҫтәгә яҡын төбәгенән иң көслө батырҙар бил һынашты. Абсолют чемпион исеменә Ульяновск өлкәһенән Сергей Павлик лайыҡ булды. Автомобилдең ситкә китеүе көйәрмәндәрҙә төрлөсә ҡараш тыуҙырҙы. Әммә 170 килограмм ауырлыҡтағы спортсыға ҡаршы сығырлыҡ бер генә дәғүәсе лә табылманы.




