Өфөлә бишенсе көн

Сәнғәт фестиваленең сағыу, бай йөкмәткеле программаһында тамашасылар республиканың билдәле сәхнә йондоҙҙары, ҡурайсылары сығышанан тыш, сит ил музыканттары ижады менән дә яҡындан таныша алды. 1192 кеше милли кейем парадында ҡатнашып, Рәсәй буйынса милли костюмдарҙа иң ҙур әйлән-бәйлән рекордын ҡуйҙы. Бөгөн сәнғәт фестиваленең аҙаҡҡы көнө, ошо уңайҙан Өфө амфитеатрында гала-концерт уҙҙы.

"Евразия йөрәге" фестивален көн һайын күҙәтеп барған тамашасылар өсөн бөгөн тағы ла сағыу тамаша. Сәхнәнән халыҡ яратып тыңлаған иң популяр йырҙар яңғырай. Амфитеатрға байрамды ҡарарға олоһо ла, кесеһе лә ағылыуын дауам итә.

Асыҡ һауала концерт ҡарау көн дә эләкмәй. Был мөмкинлекте файҙаланып, фестивалгә килеүселәр сәхнә йондоҙҙарына ҡушылып йырлап, бергә бейеп, күңел асты. Сифатлы һәм көслө тауыш, колонколар ҡеүәте 200 килобатҡа еткәндә башҡа сара юҡ, тип ҡәнәғәт йылмая халыҡ.

Сәхнәлә үҙенең сығышы менән телевизор ҡараусылар күңелен арбаған яҡташыбыҙ Наҙгөл Отузова ла сығыш яһай. Бынан тыш, Гала-концертта билдәле сәхнә йондоҙҙары ла ҡатнаша.

Заһир Исмәғилев ижад иткән романсты башҡарҙым. “Опэн эир”ҙа ҡатнашыу үҙе бер ҡыҙыҡлы ваҡиға, сөнки саф һауала йырлағанда илһам килә.

Дилара Иҙрисова, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы

Бишенсе көн дауам иткән "Евразия йөрәге" фестиваленең һәр көнө бай йөкмәткеле, үҙенсәлекле. Баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары симфоник, этнотөн саралары шаһиты булһа, милли кейемдәр парадында ҡатнашып, әйлән-бәйләнгә йыйылды.

Халыҡ күпләп килә. Беҙҙең фестивалдең тоғро тамашасылары бар. Улар ямғыр тимәй, ел тимәй киләләр. Иң күбе, кисә 27 мең кеше булды.

Ирина Захарова, "Евразия йөрәге" халыҡ-ара сәнғәт фестивале матбуғат хеҙмәткәре

Төрлө милләт халҡын берләштергән, рухландырған "Евразия йөрәге" фестиваленең бөгөн аҙаҡҡы көнө. Музыканттар сығышын төнгө ун икегә тиклем ҡарарға мөмкин. Ә киләһе йылға ойоштороусылар халыҡ яратып өлгөргән байрамды тағы ла юғарарыҡ кимәлдә үткәрергә ниәтләй.

Автор: Фәниә Юланова.