Өфөлә Рәсәй көнөн билдәләү байрам фейерверкы менән тамамланды

Урында йәшәүселәр бер нисә байрамда- Рәсәй көнөн, Салауат Юлаевтың тыуыуына 264 йыл һәм Өфөнөң барлыҡҡа килеүенә 444 йыл тулыуҙы билдәләне. Байрам концерт һәм салют менән тамаланды. Күп кенә майҙандарҙа байрам саралары уҙҙы.

Фото №1 - Өфөлә Рәсәй көнөн билдәләү байрам фейерверкы менән тамамланды

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Салауат Юлаев һәйкәленә сәскә һалынды. Шулай уҡ, Ленин исемендәге майҙан төп байрам үҙәгенә әүерелде. Унда ҡул оҫталарының күргәҙмәһе, «Балалар. Техника. Ижад.» конкурс-күргәҙмәһе ойошторолдо.

«Ватан» этно-паркында «Евразия йөрәге» концерты үтте. Программа билдәле йырсы Элвин Грей сығышы менән тамамланды. Ә байрам һуңында фейерверк атылды.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ