Республикала аварияла зыян күреүселәр бикле автомобиль эсендә ҡала

12 июндә Мәләүез районы Ергән ауылы янында ике автомобиль бәрелешә. Зыян күреүселәр бар.

Фото №1 - Республикала аварияла зыян күреүселәр бикле автомобиль эсендә ҡала

Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса министрлығы хәбәр итеүенсә, ГАЗ-3310 автомобиле ВАЗ-2108 машинаһы менән бәрелешә. Ваҡиға урынына ҡотҡарыусылар килә. Улар ишектәре ябылған автомобиль салоны эсендә ҡалған пассажирҙарҙы ҡотҡара.

Әле авария сәбәптәре билдәһеҙ. Тикшереү эше бара.

Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ