Башҡортостанда водитель, лицензияһыҙ, пассажирҙар ташыу менән шөғөлләнгән

Ишембай район суды тарафынан Ишембай-Кинйәбулат йүнәлешендә пассажирҙар ташыу эшмәкәрлеге туҡтатылды.Водитель, лицензияһы булмайынса, пассажирҙар ташыу менән шөғөлләнгән.

Фото №1 - Башҡортостанда водитель, лицензияһыҙ, пассажирҙар ташыу менән шөғөлләнгән

Йүнәлеш буйынса халыҡты хеҙмәтләндереүсене урындағы үҙидаралыҡ билдәләй. Был эштәр конкурс шарттарында үтергә тейеш. Әммә эшҡыуар һәм «Транс-Лайн» йәмғиәте быға иғтибар бирмәй. Таныҡлығы булмайынса, улар Ишембай- Кинйәбулат йүнәлешендә пассажирҙар ташый.

Был маҡсатҡа «Мерседес» автомобиле йәлеп ителә. Суд законһыҙ эшмәкәрлекте туҡтатырға тигән ҡарар сығара. Эште башҡарыу прокуратура контроле аҫтында ҡала.

Фото: Интернет

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ