Законһыҙ рәүештә урынлаштырылған гараждарҙы һүтеү эше тамамланыуға бара. Уларҙың күптәре маҡсатҡа ярашлы ҡулланылмай.Гараждар, башлыса, иҫке әйберҙәр, мебель һәм техника һаҡлау өсөн урынға әүерелгән.
Уҙған аҙнала Әхмәтов, Рижская, Судоремонтная урамдарынан ете гараж һүтелә. Улар бөтәһе лә рөхсәтһеҙ урынлаштырылған. Күп кенә хужалар гараждарҙы алыуға ризалаша.Был ваҡытта ҡыйынлыҡтар килеп тыумай.
Һүтеү эше дауам итәсәк. Әгәр ҙә был йүнәлештә һеҙҙең һорауҙарығыҙ булһа, М. Кәрим урамы, 19 адресы буйынса 117-се бүлмәгә мөрәжәғәт иитеүегеҙ һорала. Телефон: 2290430.




