Совет районында «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» проекты сиктәрендә юлдар төҙөкләндерелә. Эшселәр юлдың өҫкө ҡатламын һалыу менән шөғөлләнә. Цюрупа урамынан Октябрь проспектына тиклем барлығы 7,5 т асфальт һалынасаҡ.
Был участкала ҡулса хәрәкәте урынлашҡан. Яҡын арала эштәр тамамланасаҡ. Тик ямғырҙар ғына эште туҡтата тора, сөнки был ваҡытта асфальт һалынмай. Ағымдағы йылда Совет районының туғыҙ урамында ремонт эштәре башҡарыласаҡ.
Дөйөм оҙонлоғо 9, 37 саҡрым тәшкил итәсәк. Урында йәшәүселәрҙе үҙ маршруттарын алдан хәстәрләү кәңәш ителә. Шулай уҡ интерактив карталар менән ҡулланырға саҡыралар.




