Бөгөнгө көнгә Башҡортостанда ужым культураларының 220 мең гектар майҙаны ҡый үләндәренә ҡаршы эшкәртелә. Уҙған йылда был маҡсатлы эш 160 мең гектарҙа башҡарыла. Был хаҡта Рсепубликаның ауыл хужалығы мәғлүмәте үҙәге хәбәр итә.
Шәкәр сөгөлдөрөн химик утау эше дауам итә. Бар майҙандың 94 проценты –тәүгә, ә 60 проценты-икенсе тапҡыр эшкәртелде.
Республиканың Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Әлшәй, Дәүләкән, Шишмә райондары хужалыҡтарының ҡайһы берҙәре был эшкә өсөнсө тапҡыр төшә.




