Өфөлә "Яркий" биҫтәһендә мәктәп төҙөлөшөнә әҙерлек эше бара

Өфөнөң Дим районының "Яркий" биҫтәһендә тиҙҙән яңы мәктәп төҙөләсәк. Әле төҙөүселәр буласаҡ белем усағының биләмәһен билдәләне. Бында ҡом да килтерелде.

Фото №1 - Өфөлә "Яркий" биҫтәһендә мәктәп төҙөлөшөнә әҙерлек эше бара

Биҫтәлә мәктәп- Дим районында йәшәүселәрҙең көнүҙәк мәсьәләһе. Яңы күп ҡатлы йорттарҙан торған биҫтәлә сауҙа нөкәтләре бар, ә бына белем усағы һорауы асыҡ булып ҡала килә. Балаларға Дим районы мәктәптәренә барып етеү күп кенә ҡыйынлыҡтар тыуҙыра, хәүефле лә.

Әлеге көнгә төҙөләсәк мәктәп биләмәһенә ҡом килтерелә. Район хакимиәтендә билдәләүҙәренсә, был төҙөлөш күләмле проект буласаҡ. Әлегә төҙөлөштөң тамаланыу ваҡыты билдәһеҙ.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ